Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

«Версия Башкортостана» уҡыусыларының һорауҙарына Прокуратура вәкиле яуап бирә

Йәмғиәт

Көндәлек тормошобоҙҙа юристар ярҙамы менән хәл итергә тура килгән бихисап проблемалар тыуып тора. Күп һорауҙарығыҙға «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында яуап табырға мөмкин: «ҡыҙыу линияға» шылтыратығыҙ һәм һеҙгә гәзит ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре консультация бирә аласаҡ.

Шишәмбе, 22 майҙа, тура бәйләнештә БР Прокуратураһының граждан процесында прокурорҙар ҡатнашлығын тәьмин итеү бүлегенең өлкән прокуроры Елена Ишбулатова тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтә.    

Хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм уның менән теләге булғандарҙың барыһы ла файҙалана ала, бының өсөн 15.00-17.00 сәғәттәрҙә (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратығыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был — даими рубрика, граждандар менән тура бәйләнеш айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе ойошторола. Үрҙә күрһәтелгән телефонға шылтыратығыҙ һәм ҡыҙыҡһындырған һорауығыҙҙы квалификациялы юрисҡа бирегеҙ.

«Ҡыҙыу линия»ға телефон аша мөрәжәғәттәр граждан эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар баҫманың киләһе һандарында донъя күрә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин. Компетентлы кешенең яуабы менән ул «Һеҙҙең хоҡуҡ» тип исемләнгән икенсе даими рубрикала баҫылып сығасаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть