8 декабрь, Кесе йома

18 май 2012 йыл, 11:08

Йәш уҡытыусылар торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә дәүләт ярҙамы аласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың йәш уҡытыусыларына торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға ипотека кредиттары буйынса проценттарҙы түләүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн социаль түләүҙәр биреләсәк. Бындай тәртип мәғариф өлкәһенең кадрҙар потенциалын нығытыу һәм республика уҡытыусыларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында әҙерләнгән.

Был программаға 34 миллион һум күләмендә федераль средстволар йүнәлтелгән, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Башҡортостан Республикаһы өҫтәп 28 миллион һум аҡса күсерә. Федераль һәм республика бюддеттарынан бирелгән средстволар менән идара итеү БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелгән.

35 йәштән үтмәгән, республиканың дәүләт йәки муниципаль белем биреү учреждениеһында үҙ белгеслеге буйынса эшләгән, иң кәмендә бер йыллыҡ педагогик эш стажы булған һәм, иң мөһиме, йәшәү урыны буйынса урындағы үҙидара органы менән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылған йәш уҡытыусылар дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала.

Дәүләт ярҙамы алыу өсөн төп шарт — уҡытыусы дәүләт ярҙамы алғандан һуң дөйөм белем биреү учреждениеһында кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш.

темалар: төҙөлөш,торлаҡ