7 декабрь, Шаршамбы

18 май 2012 йыл, 10:50

Ямал-Ненец округы губернаторы: «Еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын транспортлау проектының киләсәге бар»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Был проекттың киләсәге бар, һәм минең быға бер шигем дә юҡ, — тине кисә II «Ҙур химия — 2012» халыҡ-ара форумында Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин, «Ямал-Волга буйы» маршруты буйынса еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын транспортлау ниәттәре тураһындағы протоколға аңлатма биреп.

Губернатор һүҙҙәренсә, бөгөнгә көндә Ямал-Ненец автономиялы округындағы газ запастарының 11 проценты ғына сығарылған. Был 60 йыл эсендә.  

— Запастар ғәйәт ҙур, Арктикаға төпкәрәк инә барған һайын, сеймал да күберәк, — тип билдәләне Дмитрий Кобылкин. — Газды яҡҡы килмәй, сөнки аҡсаны яғабыҙ бит.  

Еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы (ШФЛУ) – округ етештерә алған иң яҡшы продукттарҙың береһе, тип иҫәпләй Дмитрий Кобылкин. Был йәһәттән иҡтисадты күп яҡлап үҫтереү мөһим. Бер Ямал сиктәрендә генә түгел, дөйөм алғанда бөтә Рәсәй өсөн мөһим был.

— Еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын ҡыуҙырыу проектын тормошҡа ашырыу бик күп позитив алып киләсәк, тип ышанам, — тине Ямал губернаторы. — Башҡортостан бәхетле — республика башлығы был проектты тормошҡа ашырыу өсөн ныҡ тырыша.  

Ғәмәлгә ашырыу сроктары тураһында һөйләгәндә, Дмитрий Кобылкин, бөгөн Ямалда тормошҡа ашырылған проекттарҙың күбеһе фантастика иҫәпләнә ине, әле тәбиғи хәл кеүек ҡабул ителә, тип билдәләне.  

— Беҙ Татарстан, Башҡортостан һәм Ямал-Ненец автономиялы округының нефть һәм газ компанияһы вәкилдәренән торған эш төркөмө ойошторҙоҡ, — тип хәбәр итте журналистарға ЯНАО губернаторы. — Беҙ проектты идея булараҡ нефть һәм газ химияһы компанияларына тәҡдим итәбеҙ, әгәр унда бизнес була икән, ә бөгөн күптәр был проектта бизнесты күрә, ул саҡта проект мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ.