7 декабрь, Шаршамбы

18 май 2012 йыл, 10:34

Анна Чапман Өфөлә II Волга буйы федераль округының йәш ғалимдары форумында ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова | фото: Елена Ледяйкина

«УМА» йәш ғалимдарға ярҙам итеү фонды етәксеһе Анна Чапман II «Рәсәйҙә фән һәм мәғариф өлкәләрен камиллаштырыу: проблемалар, өҫтөнлөктәр һәм мөмкинлектәр» Волга буйы федераль округының йәш ғалимдары форумы эшендә ҡатнашты. Сара кисә Өфө дәүләт нефть техник университетында асылды, унда студенттар, аспиранттар, йәш ғалимдар, шулай уҡ Рәсәй һәм Германияның алдынғы инновацион компания һәм ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре йыйылды.

Башҡортостанда йәш ғалимдар менән эшләүгә ҙур әһәмиәт бүленә. Был хаҡта, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов хәбәр итте.

— Бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһының һәр дүртенсе ғилми хеҙмәткәре – 35 йәшкә тиклемге йәш ғалим, — тине Әлфис Ғаязов. – Ошондай уҡ хәл республикала ла күҙәтелә. Башҡортостанда ғилми тикшеренеүҙәр үткәргән һәм эшләнмәләр әҙерләгән 35 йәшкә тиклемге йәш ғалимдар 26,2 процент тәшкил итә (1995 йылда был күрһәткес – 20%, 2000 йылда 21% тәшкил итә ине).

1995 йылдан төбәктә төрлө олимпиада, конкурс, күргәҙмәләрҙә студенттар яулаған наградалар һаны алты тапҡырға тиерлек артты, тине мәғариф ведомствоһы башлығы. Һуңғы өс йыл эсендә юғары уҡыу йорттарында белем алыусы 66 студент «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәргә ярҙам итеү премияларын алды.

Башҡортостанда төрлө йүнәлештәр буйынса һәләтле йәштәргә ярҙам итеү системаһы булдырылған, тип билдәләне Әлфис Ғаязов. «Башҡортостан йәштәре» Президент программаһы тормошҡа ашырыла, махсус премиялар бирелә, гранттар системаһы бар.

Сит ил ғилми үҙәктәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында йәш белгестәр әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү, уларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса республика программаһы сиктәрендә һуңғы йылдарҙа сит илдәргә 34 кеше ебәрелгән.

Һүҙ аҙағында ведомство башлығы сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Әлеге форум программаһында төрлө саралар ҡаралған. Ике көн дауамында йәш ғалимдар фән һәм мәғариф өлкәләрен камиллаштырыуҙың көнүҙәк проблемаларына арналған тематик секцияларҙа, был өлкәлә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса семинарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ сара сиктәрендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өлкәһендә әүҙем эшләгән ойошма һәм фондтар презентацияһы, фекер алышыу, махсус күргәҙмә эше ойошторола.

Йола буйынса бер юлы ике конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Улар – форумдың ойоштороу комитеты үткәргән Волга буйы федераль округы йәш ғалимдарының фәнни хеҙмәттәре һәм Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторған БР юғары уҡыу йорттары һәм ғилми учреждениелары йәш ғалимдарының иң яҡшы фәнни хеҙмәте.

Шулай уҡ IV «Фән һәм техниканың көнүҙәк проблемалары-2012» йәш ғалимдарҙың халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

Сараны ойоштороусылар: Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Өфө дәүләт нефть техник университеты, студенттарҙың халыҡ-ара йәштәр ойошмаһының «АЙСЕК-Өфө» төбәк бүлексәһе.

Форум Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Аппараты, БР Президенты Хакимиәте, шулай уҡ Германияның Мәскәүҙәге Фән һәм инновациялар йорто ярҙамында үткәрелә.

Сараның рәсми партнеры булып БР Йәмәғәт палатаһының Мәғариф, фән һәм инновациялар буйынса комиссияһы сығыш яһай.