7 декабрь, Шаршамбы

18 май 2012 йыл, 9:22

Рөстәм Хәмитов: «Ҙур химия – химия сәнәғәте мәсьәләләре буйынса илдәге төп майҙансыҡ»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

— «Ҙур химия» форумы — бөгөн илдәге химия сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелгән төп майҙансыҡ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. — Бынан тыш, беҙ был үҫеште сеймалдан тыш тормошҡа ашырып булмағанын да аңлайбыҙ.  

Волга буйы федераль округының нефть химияһы комплексы предприятиеларын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләләре форумдың төп темаһына әйләнде. Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов продукт үткәргес төҙөлөшө тирәләй ниндәйҙер имеш-мимештәр, уйҙырмалар артыуын билдәләне.

— Бөгөн еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы (ШФЛУ) «Сибур» компанияһы милкендә, әммә был Ямал-Ненец автономиялы округында өҫтәмә сығанаҡтар юҡ тигәнде аңлатмай, — тине республика башлығы.

Компанияның гендиректоры Дмитрий Конов, форумда сығыш яһап, Төньяҡҡа яҡынайған һайын, яңы ятҡылыҡтар асып, уларҙы эшкәртеү барышында компания өҫтәмә газ сығанаҡтары, шул иҫәптән химия сәнәғәте өсөн кәрәкле газ ала, тип билдәләне. Ошо мәлдә, был газды ҡайҙа транспортларға, тигән һорау тыуа.

— Бында беҙҙең предприятиелар үҫешһен өсөн, беҙ был газды Волга буйы округына транспортлауҙы иң мөһим һәм әһәмиәтле вариант, тип иҫәпләйбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.

Был проектты тормошҡа ашырыу арҡаһында округтағы химия продукцияһының күләме ике тапҡырға артасаҡ. Төбәктәр 70 меңгә яҡын яңы эш урындары аласаҡ.

— Бындай проекттарҙан баш тартырға яраймы ни? Беҙ уның кәрәклеген иҫбатлаясаҡбыҙ, әлбиттә, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов, әле эш төркөмө, консорциум, булдырылды, ул яҡын арала был проекттың техник-иҡтисади нигеҙҙәрен эшләйәсәк, тип белдерҙе.  

— Беҙ был проектты Рәсәй Хөкүмәтенә ҡулда әҙер һандар менән тәҡдим итәсәкбеҙ— ә хис-тойғолар менән түгел, — тине республика башлығы. — Бөгөнгө көн — был оло эштең беренсе этабы ғына.

Башҡортостан Президенты был проекттың яҡынса баһаһын билдәләне.

— Проект бер нисә миллиард доллар (АҠШ) торасаҡ. 6-7 млрд доллар булыр, бәлки. Әммә был беҙҙең иҡтисадыбыҙ, Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар өлкәһендә, Пермь крайында һәм Түбәнге Новгород өлкәһендә был сеймал менән ҡыҙыҡһынған эре компаниялар һәм ҡатнашыусылар өсөн финанслау буйынса күтәрә алырлыҡ хаҡтар. Был — мегапроект, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.