9 декабрь, Йома

18 май 2012 йыл, 9:37

Михаил Бабич Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бөгөн Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендәге делегация булды. Ҡунаҡтар инженерлыҡ-производство комплексында, авиация двигателдәрен йыйыу һәм һынау цехында, контроллек итеү лабораторияһында, шулай уҡ турбиналар һәм компрессорҙар роторҙары әҙерләү комплексында булды.

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Александр Артюхов Михаил Бабичҡа берекмәнең бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм уны үҫтереү пландары хаҡында һөйләне, тип хәбәр иттеләр предприятиеның корпоратив коммуникациялар идаралығынан.