6 декабрь, Шишәмбе

17 май 2012 йыл, 18:00

Йылайыр районында йәш таланттар конкурсы үтте

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә Йылайыр районында мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында «Йәш таланттар» конкурсы үтте. Унда райондың ун мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан балалар ҡатнашты.

Бәйге йыр һәм художестволы бейеү номинацияларында үтте. Һөҙөмтәлә «Ҡояшҡай» (Йылайыр ауылы), «Ҡайынҡай» (Йылайыр ауылы), «Ләйсән» (Һабыр ауылы), «Йәйғор» (Матрай ауылы) бала баҡсалары коллективтары, шулай уҡ Фиҙәлиә Ҡудашева (Исҡужа ауылы), Зарема Таһирова (Яманһаҙ ауылы), «Ләйсән» (Юлдыбай ауылы) бала баҡсаһы ансамбле, «Миләш» (Ҡашҡар ауылы) бала баҡсаһынан дуэт, Стела Филипова (Бирҙәш ауылы) район конкурсында еңеүселәр тип танылды.