7 декабрь, Шаршамбы

17 май 2012 йыл, 17:04

Рөстәм Хәмитов 2012 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

17 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән 2012 йылда республиканың муниципаль райондарында «Һабантуй» халыҡ байрамын үткәреү графигын раҫланы.  

Документҡа ярашлы, республика Хөкүмәтенә муниципаль район хакимиәттәре менән берлектә «Һабантуй» байрамын үткәреүҙе ойошторорға ҡушылды. Байрам үткәреү урындарында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина персоналының дежурға сығыуын ойошторорға тейеш. БР буйынса Эске эштәр министрлығы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм байрам сараларында янғын хәүефһеҙлеге сараларын күрергә кәңәш ителде, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.