3 декабрь, Шәмбе

17 май 2012 йыл, 16:05

Дәүләт Думаһы «Ямал-Волга буйы» торбаһын төҙөү проектын хупланы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

«Көнбайыш Себер – Урал – Волга буйы» үткәргес торба төҙөлөшө — хәл ителгән мәсьәлә. Кисә РФ Дәүләт Думаһында 26 апрелдә үткән «Ер ҡуйынынан углеводород сеймалын сығарыуҙың заманса технологиялары: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары» темаһына парламент тыңлауҙарының резолюцияһы раҫланды. Йомғаҡлау документында уның ҡатнашыусылары РФ Хөкүмәте менән РФ Федераль Йыйылышына Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округының был проектты тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәрен хупларға кәңәш итте, ә бөгөн өс субъект башлыҡтары «Ямал-Волга буйы» маршруты буйынса нефть химияһы углеводород сеймалын транспортлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр протоколына ҡул ҡуйҙы. «Башинформ»дың бығаса хәбәр итеүенсә, документҡа бөгөн Өфөлә асылған  «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡул ҡуйылған.

Билдәләп китәйек, Көнбайыш Себер төбәгенең сеймал ресурстары нигеҙендә Волга нефть һәм газ химияһы кластерының нефть химияһы комплексын перспективалы үҫтереү комплекслы программаһын әҙерләү инициативаһы менән үрҙә күрһәтелгән төбәк башлыҡтары бер йыл элек сығыш яһағайны.  

Парламентарийҙар фекеренсә, был үткәргес торба төҙөлөшөнөң проектын «2030 йылға тиклем Рәсәйҙең газ һәм нефть химияһын үҫтереү планы»на индерергә кәрәк. Парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар тейешле рекомендацияларын РФ Хөкүмәтенә йүнәлткән.