8 декабрь, Кесе йома

17 май 2012 йыл, 14:27

Белоретта юғалған ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылды

автор: Ольга Мортазина

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте Белоретта үҙ үлеме менән үлмәгән 11 йәшлек ҡыҙҙың мәйете табылыуы тураһында хәбәр итә. Бөгөн БР буйынса Эске эштәр министрлығы менән БР буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының махсус булдырылған оператив-тикшереү төркөмө быйыл 16 апрелдә юғалған Алена Горячеваның үле кәүҙәһен тапҡан. Баланың ата-әсәһе әйтеүенсә, ул кисен урамға уйнарға сыҡҡан һәм ҡайтмаған.

Мәйеттең ергә күмелгән булыуынан тыш, үлтерелгән баланың ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа табылыуы тураһында әлегә әйтелмәй. БР буйынса Эске эштәр министрлығында, тикшереү эштәре барышында енәйәтте башҡарыусы табылды — ул ҡыҙҙың 33 йәшлек үгәй атаһы, әле енәйәт сәбәптәре асыҡлана, тип аныҡлап үттеләр.

Бер ай дауамында барған эҙләү эштәрендә меңләгән полиция хеҙмәткәре, 900 самаһы волонтер ҡатнашты, БР буйынса Эске эштәр министрлығы авиаотрядының һәм республика авиалинияларының ике вертолеты, ике моторлы кәмә йәлеп ителде.