10 декабрь, Шәмбе

17 май 2012 йыл, 13:52

«Ҙур химия» форумы магистраль үткәргес төҙөүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөләге «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы власть һәм бизнесҡа конструктив диалог алып барырға, шулай уҡ нефть химияһы тармағын үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса уртаҡ фекергә килергә мөмкинлек бирә. Был турала Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов белдерҙе.

— Татарстан менән Башҡортостандың еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын транспортлау өсөн «Көнбайыш Себер — Урал — Волга буйы» магистраль үткәргесен төҙөү буйынса берлектәге проекты Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкинда яҡлау тапты, — тип хәбәр итте Рөстәм Миңнеханов. — Бөгөнгө көндә углеводород сеймалы сығарған төбәктәр һәм уны эшкәртеүсе төбәктәр араһында ҙур географик айырма бар. Бөгөн Татарстан, Башҡортостан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы араһында был йүнәлештәге эштәребеҙҙе билдәләүсе документҡа ҡул ҡуйылды. Өс төбәктең бөтә көсөн бергә туплау Ямал-Ненец автономиялы округы ятҡылыҡтарындағы эйәрсән газды һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Был проектҡа Төмән өлкәһе лә ҡушылырға әҙерҙер, тип уйлайым.

Татарстан Президенты әйтеүенсә, ошоноң арҡаһында Волга буйы нефть химияһы комплекстарының ҡеүәттәрен сеймал менән тулыһынса тәьмин итергә мөмкин буласаҡ.  

Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин һүҙҙәренсә, транспорт инфраструктураһын булдырыу талап ителә.

— Сеймалды һәм әҙер продукцияны транспортлау өсөн тимер юл селтәрҙәренең үткәреү һәләтен дә арттырырға кәрәк, — тип билдәләне губернатор. — Был форумды үткәреү ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә айырыуса көнүҙәк. Беҙ үткәргес торба төҙөлөшө буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәрен билдәләргә ниәтләйбеҙ.