8 декабрь, Кесе йома

17 май 2012 йыл, 13:00

Михаил Бабич: «Волга буйы федераль округындағы нефть химияһы предприятиелары ил иҡтисадын үҫтерергә тейеш»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөләге «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы бөгөнгө көндә нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү өлкәһендәге иң әһәмиәтле майҙансыҡ һанала. Форумды асыу тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тап шулай тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин ил иҡтисадын үҫтереү буйынса бер нисә төп бурысты билдәләгән. Был, иң элек, юғары квалификациялы эш урындары булдырыу, 2015 йылға инвестициялар күләмен кәм тигәндә 25 процентҡа арттырыу, юғары технологияларға нигеҙләнгән һәм энергияны күп тотоноусы иҡтисад тармаҡтарының продукцияһын арттырыу.  

— Нефть химияһы комплексының Волга буйы федераль округы иҡтисады специализацияһының төп йүнәлештәре иҫәбенә инеүен иғтибарға алғанда, Волга буйы федераль округы предприятиелары ҡуйылған бурыстарға ирешеүгә ҙур өлөш индерергә тейеш һәм индерә ала, — тип билдәләне ул. – Округта бөгөн – илдә етештерелгән химия продукцияһының өстән бер өлөшө, ә айырым төрҙәре буйынса Рәсәйҙәге дөйөм күләмдең яртыһынан ашыуы етештерелә. Беҙҙә ярайһы ҙур сеймал базаһы тупланған, нефть запастары илдәге бөтә запастарҙың 13 процентын тәшкил итә. Волга буйы федераль округы предприятиелары нефтте тәрән эшкәртеү продукттарын индереү буйынса иң алдынғыларҙың береһе.  

Михаил Бабич, 2020 йылға тиклем округты социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү стратегияһы производство һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы ла үҙ эсенә ала, тип билдәләне.

— Нефть химияһы кластеры нигеҙен үҫтерергә кәрәк. Технологик сылбырҙағы нефть химияһы компанияларының барыһының да һөҙөмтәле эшмәкәрлек системаһын ентекләп уйларға һәм уны дөрөҫ ҡорорға кәрәк. Бик күп мәсьәләләр дәүләт яғынан әүҙем ярҙам күрһәтелеүен талап итә, — тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле.