9 декабрь, Йома

17 май 2012 йыл, 12:59

Баш ҡалала Мөхәммәтғәли Исҡужинға арналған конференция үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

18 майҙа Өфөлә М.Ғ.Исҡужин исемендәге 136-сы лицейҙа «Бөгөнгө шарттарҙа башҡорт телен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә йәмәғәт ойошмалары һәм дөйөм белем биреү учреждениеларының роле» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә, ул халыҡ мәғрифәтсеһе һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәммәтғәли Исҡужиндың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнала. Сараны ойоштороусылар булып БР Мәғариф министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сығыш яһай.

Конференцияла БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре, милли белем биреү учреждениелары етәкселәре, туған тел уҡытыусылары, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Сара сиктәрендә 136-сы лицейҙа мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов. Әлеге уҡыу йорто Мөхәммәтғәли Исҡужин инициативаһы буйынса асылған, ул бар ғүмерен башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә бағышлаған.