8 декабрь, Кесе йома

17 май 2012 йыл, 12:25

Татарстан парламенты спикеры Фәрит Мөхәмәтшин Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Татарстан төбәк бүлексәһе сәйәси Советы секретары Фәрит Мөхәмәтшин Башҡортостандың иң юғары һәм абруйлы наградаларының береһе – Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды.