6 декабрь, Шишәмбе

17 май 2012 йыл, 11:59

Башҡортостанда 198 гектар урман янғындан зыян күргән

автор: Галина Бахшиева

Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 32 урман янғыны теркәлгән. Уттан зыян күргән урман фондының дөйөм майҙаны 198 гектарға тиерлек еткән.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүгә 600-гә яҡын кеше һәм 150-нән ашыу техника берәмеге йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта төбәк биләмәһендә һүндерелмәгән янғындар юҡ.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, беренсе урман янғыны 16 апрелдә Бөрйән районында теркәлде. Был 8,8 гектар майҙанда аҫтан таралған янғын ине. Ә 2011 йылда беренсе янғын Йылайыр урман хужалығы биләмәһендә 27 апрелдә теркәлгәйне.

Министрлыҡ белгестәре аҫтан һәм авиация ярҙамында урмандарға патруллек итә. Үткән тәүлектә 1200-ҙән ашыу кеше патрулгә сыҡҡан.

Бөгөнгө көндә тәғәйенләнгән маршруттар буйынса республиканың урман фондын  күҙәтеү өсөн 31 осош яһалған. Дөйөм осош ваҡыты 147 сәғәткә тиерлек етә.