6 декабрь, Шишәмбе

17 май 2012 йыл, 11:57

Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү буйынса өс яҡлы килешеү төҙөнө

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй туранан-тура инвестициялар фонды һәм Стратегик инициативалар агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа 16 майҙа Өфөлә республика Президенты Рөстәм Хәмитов, «Рәсәй туранан-тура инвестициялар фонды» идара компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Кирилл Дмитриев һәм «Стратегик инициативалар агентлығы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының «Яңы бизнес» йүнәлеше директоры Артем Аветисян ҡул ҡуйҙы.

— Бөгөн Башҡортостан сит ил инвесторҙары менән әүҙем эшләй, әммә беҙ һәр саҡ дуҫтарса ярҙамға, эшлекле ярҙамға мохтаж, бындай проекттарҙа ныҡлы партнерҙар эҙләйбеҙ һәм, әлбиттә, Фондтың да, Агентлыҡтың да был йәһәттән беҙгә ярҙам итәсәгенә иҫәп тотабыҙ, — тип ҡунаҡтарҙы сәләмләне Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙ яңы ҙур инвестицион проекттарҙы ҡабул итеү өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Инвестициялар йәлеп итеүҙең ҙур һәм ауыр эш булыуын аңлайбыҙ. Был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалған да инде. Инвесторҙарға, һалымдар буйынса барлыҡ ташламалар менән файҙаланып, Башҡортостан Республикаһында бөтөнләй икенсе планда эшләргә мөмкинлек биргән заманса ҡануниәт булдырҙыҡ. Был эште дауам итәсәкбеҙ, беҙҙең закондарға төҙәтмәләр әҙерләнә. Бынан тыш, инвестицион инфраструктура булдырабыҙ: Үҫеш корпорацияһы һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы уңышлы эшләй. Инвесторҙарға ярҙамға йәнә бер инструмент – Инвестиция фонды: быйыл ул яҡынса 400 миллион һум тәшкил итәсәк. Былтыр төп капиталға инвестициялар, 5,5 процентҡа артып, 185 миллиард һумға етте. Үткән йылда республика иҡтисадына яҡынса 300 миллион АҠШ доллары күләмендә туранан-тура инвестициялар йүнәлтелде. Был, бәлки, күп тә түгелдер, әммә 2010 йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк.

— Төбәктә ҙур инвестициялар йәлеп итеү буйынса нигеҙ булдырыу өсөн күп нәмә эшләнгән. Республикаға капитал һалыуҙа әүҙем ҡатнашырға теләр инек, — тине Кирилл Дмитриев. – Беҙҙе агросекторҙы, урман эшкәртеү сәнәғәтен, машиналар эшләү тармағын инвестициялау ҡыҙыҡһындыра.

— Барлыҡ көсөбөҙҙө ҡыҙыҡлы, киләсәкле проекттарға ярҙам итеүгә йүнәлтәсәкбеҙ, — тип билдәләне Артем Аветисян.

Республика ысынында ла проекттар менән дә, инвесторҙар менән дә эшләй белә, тип билдәләне ул.

Әлеге өс яҡлы килешеүгә БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә ҡул ҡуйылды, унда Рәсәй туранан-тура инвестициялар фонды һәм Стратегик инициативалар агентлығында ҡыҙыҡһыныу уятҡан проекттарҙың презентацияһы үтте.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда йәмғеһе 52 проект эшләй (инвестицияларҙың дөйөм күләме – 300 миллиард һумдан ашыу). Уларҙы тулыһынса тормошҡа ашырыу яҡынса 40 мең яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.