10 декабрь, Шәмбе

17 май 2012 йыл, 11:50

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе асылды

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә сираттағы «ҡатын-ҡыҙҙар» вакансиялары йәрминкәһе үтә. Унда һаулыҡ һаҡлау, белем биреү учреждениелары, шулай уҡ финанс эшмәкәрлек алып барған һәм социаль хеҙмәттәр күрһәткән ойошмалар ҡатнаша.

Бер аҙнанан, 24 майҙа, Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тағы бер вакансиялар йәрминкәһе ойоштороласаҡ, был юлы ул ваҡлап һәм күмәртәләп сауҙа итеүсе, йәмәғәт туҡланыу предприятиелары һәм ҡунаҡханалар, ресторандар ҡатнашлығында үтәсәк.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн быйылғы йылдағы беренсе йәрминкә Өфөлә март айында, Бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан үткәрелгәйне. Ул ваҡытта вакансиялар йәрминкәһенә 1600 гүзәл зат килде.