5 декабрь, Дүшәмбе

17 май 2012 йыл, 11:28

Башҡортостан, Татарстан һәм ЯНАО «Ямал-Волга буйы» маршруты буйынса газ конденсатын транспортлау тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы (ЯНАО) араһында «Ямал-Волга буйы» маршруты буйынса углеводород сеймалын, шул иҫәптән еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын һәм газ конденсатын транспортлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр протоколына ҡул ҡуйылды. Был бөгөн Өфөлә асылған «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы сиктәрендә ҡул ҡуйылған беренсе документ.

Уға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов һәм Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин ҡултамғаһын ҡуйҙы. Документ Волга буйы нефть һәм газ химияһы кластеры предприятиеларында углеводород сеймалын һөҙөмтәле эшкәртеүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Яҡтар «Ямал-Волга буйы» маршруты буйынса нефть һәм химия углеводороды сеймалын транспортлау буйынса яңы магистраль торба үткәргесен төҙөүҙең йәки булғанын яңыртыуҙың көнүҙәклеген билдәләне. Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы был проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә берлектә эшләргә ниәтләй.  

Яңы үткәргес торба төҙөү Ямал-Ненец автономиялы округының нефть ятҡылыҡтарындағы эйәрсән газды рациональ файҙаланырға һәм Башҡортостан менән Татарстандың нефть һәм газ химияһы комплекстарын сеймал менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин йәнә сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә лә ҡул ҡуйҙы.