4 декабрь, Йәкшәмбе

17 май 2012 йыл, 10:50

Өфөлә «Ҙур химия-2012» халыҡ-ара форумы асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә икенсе «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы асылды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов, Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары етәкселәре, шулай уҡ сит илдәрҙең илселәре ҡатнаша.

«Ҙур химия–2012» халыҡ-ара форумы эшендә 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Улар Башҡортостандың нефть һәм газ химияһы комплексындағы төп проблемаларҙы һәм комплексты үҫтереү йүнәлештәрен тикшерәсәк.

Бынан тыш, «Ҙур химия» төбәктең индустриаль парктары һәм бөтә донъя химия баҙарының төп тенденциялары нигеҙендә дәүләт-шәхси партнерлығын тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләр хәл ителәсәк мөһим майҙансыҡҡа әйләнәсәк

Стратегик программалар сиктәрендә республика компаниялары үҙҙәренең 2030 йылға тиклем күҙалланған инвестиция проекттары тураһында һөйләргә ниәтләй. Ошо уҡ арала параллель рәүештә барған технологик һәм фәнни секциялар ултырыштарында технологиялар һәм материалдар менән тәьмин итеүселәр Рәсәйҙең сәнәғәт комплексында ҙур һорау менән ҡулланған нефть сығарыу, нефть һәм газ эшкәртеү һәм нефть химияһы өлкәһендәге яңы эшләнмәләре менән таныштырасаҡ.

Форумда йәнә химия һәм нефть химияһы сәнәғәте предприятиелары етәкселәре, Рәсәй һәм донъя күләмендәге компания башлыҡтары, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнаша.

Сара сиктәрендә Башҡортостандың нефть химияһы предприятиелары һәм сит илдәр араһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Форум үҙ эшен 18 майҙа тамамлай.