3 декабрь, Шәмбе

17 май 2012 йыл, 10:28

Рөстәм Хәмитов «Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» йәмғиәте һәм GPT компанияһы (Мексика) етәкселеге менән осрашты

автор: "Башинформ"

16 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикаға «Ҙур химия» II халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн килгән «Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге һәм GPT компанияһы (Мексика) президенты Филип де Хесус Гарза Медина менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа нефть химияһы һәм полимерҙар етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов республикала корпорацияны, GPT компанияһын бик яҡшы белеүҙәрен билдәләне. Был донъялағы алдынғы етештереүселәрҙең береһе.

— Башҡортостан Республикаһы әүҙем үҫешә. Беҙҙе эре сәнәғәт структуралары менән эшләү ҡыҙыҡһындыра. Беҙ бында, беҙҙең республикала, эшмәкәрлек алып барғандарға уңайлы эш шарттары тәҡдим итәбеҙ. Административ кәртәләрҙең кәметелеүен, ярайһы ҙур һалым льготаларын гарантиялайбыҙ. Федераль үҙәк менән матур мөнәсәбәттәр буласағын да гарантиялайбыҙ, — тине республика башлығы. Ул йәнә, бындай хеҙмәттәшлек өсөн һуңғы арала республикала булдырылған мөмкинлектәр Рәсәй федерацияһы территорияһында башҡаса юҡтыр, моғайын, тип билдәләне.

— Беҙҙең республика – нефть эшкәртеү төбәге, нефть химияһы, химия республикаһы. Иртәгә беҙҙә «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы үтәсәк. Алдағы биш йылға беҙҙең бурыс – республикала химия етештереү күләмдәрен ике тапҡырға арттырыу. Был эштә ҡатнашһағыҙ, бик шат булыр инек. Беҙ — ышаныслы партнер, беҙҙә ижтимағи-сәйәси хәлдәр ҙә һәйбәт, дәүләт етәкселеге менән мөнәсәбәттәребеҙ ҙә яҡшы. Ил президенты республикаға бер нисә тапҡыр килеп китте, һуңғы тапҡыр быйыл мартта булды. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте беҙгә бөтә йүнәлештә лә ярҙам итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республика Рәсәйҙең Туранан-тура инвестициялар фонды менән Килешеүгә ҡул ҡуйған. Был фонд Рәсәй биләмәһендәге иң ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтә. Уның мөмкинлектәре яҡынса 10 млрд долларға (АҠШ) тиң, һәм республика территорияһында ғәмәлгә ашырыласаҡ бөтә проекттарҙы ла ошо фонд тарафынан ярҙам форматында тормошҡа ашырырға мөмкин.

— Мин башҡа тармаҡтар тураһында һөйләмәйем – беҙҙә улар ҙа ярайһы ныҡ үҫешкән. Беҙ авиация двигателдәре, вертолеттар, нефть табыу һәм эшкәртеү өсөн ҡорамалдар сығарабыҙ. Ауыл хужалығы үҫешкән. Белгестәребеҙҙең компетенциялары ныҡ юғары, — тип билдәләне республика башлығы. — Һеҙ беҙҙә машина эшләү, энергетика тармағы өсөн машиналар эшләү өлкәһендә белгестәр әҙерләгән көслө нефть университеты, авиация университеты булыуын беләһегеҙ. Беҙ һеҙҙеке кеүек компаниялар менән бөтә яҡлап мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә әҙербеҙ. Биш йыл элек мин Мексикала, Мехикола, булдым, һәм миңә был ил ныҡ оҡшаны. Ошондай матур төбәк, матур ил менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу беҙҙең өсөн ныҡ әһәмиәтле буласаҡ. Был ысынбарлыҡта әллә ни йыраҡ та түгел.

Филип де Хесус Гарза Медина Рөстәм Хәмитовҡа осрашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте. Уның билдәләүенсә, GPT компанияһы — ҙур Мексика корпорацияһының 600 млрд АҠШ доллары күләмендә табыш алып эшләгән бер өлөшө, ул төрлө өлкәләрҙә — запас частар, аҙыҡ-түлек продукттары етештереү, нефть химияһында ла эшләй. Был, атап әйткәндә, полиэстерҙар сылбыры –  ПЭТ та, сүстәр ҙә, ошо продукттарҙы алыу өсөн сеймал да.