11 декабрь, Йәкшәмбе

17 май 2012 йыл, 10:15

Өфөгә Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов килде

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

16 майҙа «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңнеханов килде. Өфөнөң халыҡ-ара аэропортында уны Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Ике көнлөк форум сиктәрендә Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Форумда «Көнбайыш Себер — Урал — Волга буйы» торба үткәргесе төҙөлөшө проекты тикшереләсәк, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.