10 декабрь, Шәмбе

17 май 2012 йыл, 9:56

Рөстәм Хәмитов яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

16 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү һәм малсылыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Видеоселектор Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев етәкселегендә үтте.

Кәңәшмә барышында Дмитрий Медведев губернаторҙар иғтибарын ауыл хужалығы етештереүселәрен страховкалау буйынса яңы системаны ғәмәлгә индереүгә йүнәлтте һәм, дәүләт ярҙамы күрһәтелеп, уңышты страховкалау буйынса системаның быйыл эшләй башларға тейешлеге хаҡында әйтте.

— Беҙ бығаса булмаған шарттарҙы ҡабул итәбеҙ, дәүләт страховка премияһы суммаһының яҡынса 50 процентын үҙе түләй, һәм киләсәктә был маҡсаттарға ашығыс рәүештә өҫтәмә аҡса эҙләргә тура килмәһен өсөн, губернаторҙарҙың быға айырыуса иғтибар бүлеүен теләр инем, — тине Рәсәй Хөкүмәте башлығы.

Шулай уҡ видеоселектор барышында агросәнәғәт комплексы предприятиеларын кредитлау мәсьәләһе тикшерелде. 2012 йылдың 10 майына ҡарата был өлкәлә кредит биреүҙең дөйөм күләме былтырғыға ҡарағанда 20-25 процентҡа түбәнерәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер.

— Ағымдағы йылдың беренсе кварталында баҫыу эштәренә бүленгән кредиттар буйынса уртаса ставка ике процентҡа, уртаса алғанда, 12 процентҡа тиклем артҡан. Был ҡыуаныслы хәл түгел, әлбиттә, — тине Дмитрий Медведев. Әлеге мәсьәлә буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.