7 декабрь, Шаршамбы

16 май 2012 йыл, 17:36

Октябрьский ҡалаһында ҡурай байрамы үтәсәк

автор: Людмила Терновая

18-19 майҙа Октябрьский ҡалаһында XII Республика ҡурай байрамы үтә. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм республиканың Ҡурайсылар союзы сығыш яһай. Быйыл ҡурай байрамы билдәле йырсы, фольклор йыйыусы һәм ҡурай буйынса тәүге профессиональ педагог Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Сара сиктәрендә Октябрьскийҙа ҡурайсылар конкурсын үткәреү планлаштырыла.