4 декабрь, Йәкшәмбе

16 май 2012 йыл, 17:29

Республикала пионер ойошмаһына 90 йыл тулыу билдәләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

19 майҙа пионер хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тула. Был юбилейлы дата уңайынан республикала бер нисә сара үткәреләсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, саралар 17 майҙа Миәкә районында башлана, улар район үҙәгенең биш майҙанында үтә. «Салют, пионерия!» байрам программаһында Дан аллеяһына сәскәләр һалыу, концерт һәм хакимиәт башлығы, пионер хәрәкәте ветерандары, йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары активистары ҡатнашлығындағы тантаналы сара ҡаралған. Байрам урындағы Мәҙәниәт һарайында үткәрелә.

Ошо уҡ көндә Өфө районында (Булгаков ауылы лицейы) «Йәйғор» балалар йәмәғәт ойошмалары берлеге слеты үтә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла пионер ойошмаһына 90 йыл тулыу айҡанлы сараларға бай программа әҙерләнгән. 19 майҙа бында балалар һәм йәштәр башланғыстары фестивале үтә, уның сиктәрендә пионерҙар сафына ҡабул итеү, уйын майҙансыҡтары, күргәҙмәләр, акциялар ойошторола. Байрам Пионерҙар һарайында йәштәрҙең һәм 50-60-сы йылдар пионерҙарының осрашыуы менән тамамлана.

Күмертауҙа 19 майҙа буласаҡ пионерҙар өсөн «Горняк» кинотеатрында кинолекторий ойошторола. Кискеһен 8-11-се класс уҡыусылары өсөн «Аҫыл таштар» йәштәр үҙәгендә фекер алышыу клубының эше планлаштырыла.

Салауат ҡалаһында 19 майҙа Балалар ижады үҙәгендә пионерҙар бүлмәһе конкурсына йомғаҡ яһала, еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтә.

20 майҙа Өфөнөң Ҡашҡаҙан паркында «Дуҫлыҡ эстафетаһы» акцияһы һәм «Беҙҙең менән бул» республика балалар йәмәғәт ойошмалары фестивале үтә.

Сараларҙы ойоштороусылар булып БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм «Башҡортостан пионерҙары» республика балалар йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай.

Республикала «Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт ойошмаһы 20 йылдан ашыу эшләй. Бөгөн унда яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә.