5 декабрь, Дүшәмбе

16 май 2012 йыл, 17:00

Ильяс Мөниров Башҡортостандағы иң насар юлдарҙы билдәләне

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров бөгөн Башҡортостандағы иң насар юлдарҙы билдәләп үтте.

— Былар Өфө-Инйәр-Белорет, Учалы-Миәс һәм Борай-Иҫке Балтас-Тәтешле-Ҡояҙы йүнәлештәре, — тип уларҙы һанап китте йола буйынса һәр шаршамбыла үткән «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары менән онлайн-аралашыу барышында Ильяс Мөниров һәм был участкаларҙа ремонт эштәренең өҫтөнлөклө тәртиптә алып барыласағын билдәләне. Әммә Учалы-Миәс юлы менән кем шөғөлләнере әлегә билдәле түгел.

Комитет рәйесе әйтеүенсә, конкурста еңгән подряд ойошмаһы эштәрҙән баш тартҡан, шуға күрә был участканы яңынан аукционға ҡуйырға тура киләсәк.

Хәүефле боролошо менән насар дан алған Өфө-Инйәр-Белорет йүнәлешенә килгәндә иһә, боролошҡа тиклем ремонт эштәре быйыл уҡ тамамланасаҡ.

— Беҙ техник советта Елмерҙәккә артылған юлда өҫтәмә һыҙат эшләп, һөҙәк, һарҡыу тау битләүен бер аҙ хәүефһеҙерәк итергә ҡарар иттек. Проект документацияһын 2012 йылда әҙерләп бөтәбеҙ, ә эштәрҙе киләһе йылда башлаясаҡбыҙ, — тине дәүләт комитеты башлығы.