Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә баш ҡаланың һәләтле балалары тәбрикләнәсәк

Йәмғиәт

Өфөлә кесе йома, 17 майҙа, һәләтле балалар слеты үтә, уның сиктәрендә Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүселәр, шулай уҡ «Иң яҡшы мәктәп уҡыусыһы», «Иң яҡшы мәғариф учреждениеһы», «Иң яҡшы уҡытыусы» номинацияларында еңеүселәр тәбрикләнә. Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тантаналы сараға яҡынса 100 бала саҡырылған.

Һәләтле мәктәп уҡыусыларын тәбрикләү йолаһы 2010 йылда булдырылды.

Шул уҡ ваҡытта 2011-2012 уҡыу йылында Өфөнән 60 меңгә яҡын уҡыусы 21 олимпиадала ҡатнашҡан. Уларҙан 3,5 мең бала ҡала этабына үткән. 126 уҡыусы – еңеүсе, 1160 кеше призер булған.

Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы һәм Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәге менән ойошторолған сара 15.30 сәғәттә «Новатор» балалар ижады йортонда башлана. Белешмәләр өсөн телефон: 255-04-98.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть