11 декабрь, Йәкшәмбе

16 май 2012 йыл, 14:50

Республикала планлаштырылған майҙандарҙың 95 процентында иген сәселгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандағы иген баҫыуҙарының 95 проценты сәселде, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Былтыр был датаға ҡарата ауыл эшсәндәре планлаштырылған майҙандарҙың 74 процентында ғына иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеп өлгөргәйне. Төп ауыл хужалығы культуралары йәмғеһе 1,148 млн гектарҙа сәселгән.

Яҙғы сәсеүҙе 30 райондың ауыл хужалығы предприятиелары тулыһынса тамамлаған. Ошо уҡ мәлдә ике муниципалитет — Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары планды 10 процентҡа арттырып үтәгән.

Параллель рәүештә техник культуралар сәсеү ҙә ахырына яҡынлаша. Көнбағыш сәсеүҙе республика аграрийҙары тулыһынса атҡарып сыҡҡан. Шәкәр сөгөлдөрө лә һуңғы гектарҙарҙа сәселә. Был культура 50 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй.

Әле ауыл эшсәндәре сәсеү агрегаттарын йылы яратыусы культураларға күсерә. Республика баҫыуҙарында дәррәү кукуруз сәсеүгә сыҡтылар. 16 майға 23455 гектарҙа кукуруз сәселгән. Был – планлаштырылғандың дүрттән бер өлөшө.  

Яҙғы сәсеү Башҡортостанда майҙандарҙың 87 процентында үткәрелгән.