5 декабрь, Дүшәмбе

16 май 2012 йыл, 14:41

БР Милли музейында «Башҡорт яугирҙары шәжәрәһе» күргәҙмәһе асыла

автор: Розалия Вәлиева

16 майҙа БР Милли музейында «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт яугирҙарының шәжәрәләре» күргәҙмәһе асыла.

«Башинформ» агентлығына республиканың Милли музейы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, экспозиция 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға арнала. XIX быуат башында башҡорт яугирҙары даны бөтә Европаға тарала, француздар уларҙы «Төньяҡ амурҙары» тип атай. Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары Парижға барып етә.

Күргәҙмәлә Бүздәк, Краснокама, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Көйөргәҙе, Әбйәлил, Дәүләкән, Балаҡатай, Асҡын, Белорет, Ҡариҙел райондары, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары яугирҙарының 15 шәжәрәһе тәҡдим ителә. Уларҙың күпселеге яугирҙарҙың туғандары менән төҙөлгән, ике шәжәрә Салауат ҡалаһы һәм Асҡын ауылы музейҙарында һаҡлана. Шулай уҡ шәжәрә төҙөүҙә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары ла ҡатнашҡан.

Күргәҙмә 30 майға тиклем эшләйәсәк.