3 декабрь, Шәмбе

16 май 2012 йыл, 13:42

Башҡортостандың йәш парламентарийҙары тәжрибә уртаҡлаша

автор: Людмила Терновая

Йылайыр районында үткән кәңәшмәлә йәштәр парламентаризмын үҫтереү, шулай уҡ муниципаль район Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, уларҙың Башҡортостандың Йәштәр палатаһы менән үҙ-ара килешеп эш итеүе тикшерелде. Сарала Йылайыр районы Советы ҡарамағындағы Йәштәр советы ағзалары һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Йәштәр советы ағзалары тәжрибә уртаҡлашыу һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу маҡсатында күрше райондарҙағы Йәштәр советтары менән осрашыуҙар ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был башланғыс Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкилдәрендә хуплау тапты. Кәңәшмәлә шулай уҡ йәш парламентарийҙарҙың закондар сығарыу эшмәкәрлеге һәм уны урындарҙа тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде. муниципалитеттар кимәлендә йәштәр араһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәре лә йәш закон сығарыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.