8 декабрь, Кесе йома

16 май 2012 йыл, 13:07

Ильяс Мөниров: «Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар»

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғаларын тәрәнәйтеү буйынса эштәр алып барырға кәрәк, сөнки йылғалар йыл һайын нығыраҡ һайый һәм уларҙың суднолар үткәреү һәләте кәмей. Был турала бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында барған онлайн-конференцияла БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров хәбәр итте.

Билдәле булыуынса, XX быуат башында суднолар Стәрлетамаҡҡа тиклем йөрөгән, Ағиҙел йылғаһының ярайһы ҙур өлөшө суднолар йөрөрлөк тәрәнлектә булған. Хәҙер иһә бөтөнләй икенсе хәлдәр күҙәтелә, һәм бында бер һауа шарттарын ғына ғәйепләп булмай. Йылғаларҙың һайығыуына, атап әйткәндә, йылға буйҙарынан ҡом-ҡырсынташ табыу ныҡ йоғонто яһай, ошоноң арҡаһында һыу ағышы әкренәйә. Шуға күрә бындай эштәрҙе башлар алдынан, уны техник-иҡтисади яҡтан нигеҙләү талап ителә.

Ильяс Мөниров Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереү  программаһы ҡабул ителеүен дә телгә алды. Ул суднолар паркын яңыртыуҙы, үҙәндәрҙе тәрәнәйтеү буйынса эштәрҙе күҙаллай. Программала ҡаралған йүнәлештәрҙең береһе – Ағиҙел ҡалаһында «йылға-диңгеҙ» класындағы суднолар инә алырлыҡ порт төҙөү. Ағиҙелдән Балтика, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ бассейндарына тура сығыу мөмкинлеге бар, был проекттың перспективалы булыуы ошоноң менән аңлатыла ла инде.