10 декабрь, Шәмбе

16 май 2012 йыл, 12:38

Халыҡ-ара балаларҙың ышаныс телефоны көнөндә Өфөлә ҡыҙыу линия үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

Халыҡ-ара балаларҙың ышаныс телефоны көнөндә, 17 майҙа, Өфөлә йәштәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлау һәм ғаиләне планлаштырыу мәсьәләләре буйынса «Бөтәһе лә ваҡытында булһын» темаһына ҡыҙыу линия ойошторола. Уға көндөҙгө 3-тән киске 5-кә тиклем шылтыратырға мөмкин буласаҡ. Сараның инициаторҙары булып баш ҡаланың 5-се балалар поликлиникаһы ҡарамағындағы «Йәштәргә дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡлаусы клиника» менән берлектә Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм «ИНДИГО» ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге сығыш яһай.

347) 223-22-11 телефонына шылтыратып, йәштәрҙе ғаилә тормошона һәм атай-әсәй булыуға әҙерләү, сәләмәтлек, ғаиләләге психологик мөхит темаларына ҡағылышлы һорауҙар бирергә, социаль-хоҡуҡи проблемалар буйынса консультациялар алырға мөмкин.

Ҡыҙыу линия Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелә.

темалар: ҡыҙыу линия