Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙә IT-технологияларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса конференция үтә

Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә «Дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙә мәғлүмәт технологияларын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү» темаһына арналған бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.

Конференция БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән ойошторолған.  

Конференцияны ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусыларҙың төп бурысы – дәүләт һәм муниципаль идара итеү системаһындағы мәғлүмәт-техник тәьминәттең хәҙерге торошо, фәнни ҡаҙаныштар, мәғлүмәт системаларын ҡулланылышҡа индереүҙәге ауырлыҡтар һәм ИТ-хеҙмәттәр баҙары мөмкинлектәре тураһында актуаль мәғлүмәт биреү.

Конференцияла «электрон хөкүмәт», Башҡортостандағы электрон документтар әйләнеше мәсьәләләрендә суперкомпьютер технологиялары, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙағы белем биреү технологиялары, шулай уҡ электрон сервистар булдырғанда мәғлүмәттәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек темалар тикшерелә.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, секцияларҙа 40-тан ашыу доклад тыңланасаҡ. Күргәҙмә лаборатория сиктәрендә алдынғы технологиялар, продукция, IBM, Энигма Өфө мәғлүмәт технологиялары, SoftLine, Искра Софт, «Интегро» системалы тикшеренеүҙәр үҙәге кеүек фирмаларҙың махсус проекттары тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть