9 декабрь, Йома

16 май 2012 йыл, 12:11

«Йәш Гвардия»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе – алдынғылар иҫәбендә

автор: Марина Шумилова

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе, был йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк штабы етәкселәре баһаһы буйынса, илдә яҡшыларҙың береһе булып тора. «Йәш Гвардия»ның төбәк бүлексәләре рейтингын билдәләгән факторҙар араһында – саралар үткәреү, «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу, ойоштороу эшмәкәрлеге.

Әлеге ваҡытта «Йәш Гвардия»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһендә яҡынса 14 мең кеше иҫәпләнә. Уның урындағы бүлексәләре республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Алдынғылар рәтендә — «Йәш Гвардия»ның Бәләбәй, Миәкә, Туймазы, Благовещен, Борай райондарындағы, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Межгорье һәм Октябрьский ҡалаларындағы бүлексәләре.

Әйткәндәй, «Йәш Гвардия»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһенең абруйы хаҡында киләһе факт та һөйләй: яңыраҡ Кремлдә үткән Владимир Путиндың рәсми рәүештә Рәсәй Президенты вазифаһын ҡабул итеү тантанаһына йәш гвардиясыларҙың ике генә төбәк штабы етәкселәре – Башҡортостан һәм Дағстан вәкилдәре саҡырылды.