9 декабрь, Йома

16 май 2012 йыл, 11:32

Баш ҡалала Юрий Шевчукка 55 йәш тулыуға арналған фотокүргәҙмә асылды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Розалия Вәлиева

«Июнь» сауҙа үҙәге фойеһында Юрий Шевчуктың юбилейына арналған фотокүргәҙмә асылды. Бөгөн билдәле яҡташыбыҙға, «ДДТ» төркөмө лидерына 55 йәш тула.

54 фотоһүрәттә — Юрий Юлиан улының тормош юлынан күренештәр: ижадын хөрмәт итеүселәр, журналистар менән осрашыуҙар, концерттар. Фотоһүрәттәрҙә улы Петр, әсәһе Фәниә, апайы Наталья ла бар. Шулай уҡ күргәҙмә эштәрендә төркөмдөң тәүге һәм әлеге составын күрергә була. Барлыҡ фотоһүрәттәр «Комсомольская правда» гәзите архивынан алынған, авторҙары — Мила Киян, Марат Мөлөков, Фәнил Хәкимов, Евгений Вайднер һәм Александра Витковская.

Экспозиция «Июнь» сауҙа үҙәгендә — 18 майға тиклем, «Мир» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә 19-29 майҙа эшләйәсәк. Инеү бушлай.