Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан экологтары 400 объекттың тәбиғәтте һаҡлау талаптарына яуап бирмәүен асыҡланы

Йәмғиәт

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары административ комиссиялар составында йыл башынан алып 1200-гә яҡын объектты тәбиғәт һаҡлау закондарының үтәлешенә тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, уларҙың 398-е экологик талаптарға яуап бирмәй, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

2012 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, уларға дөйөм алғанда 700 мең һумдан ашыу суммаға штраф һалынған. Шул уҡ мәлдә түләтелгән штрафтарҙың ҙур өлөшө – яҡынса 340 мең һумы вазифалы кешеләргә тура килә.  Билдәле булыуынса, тәбиғәт һаҡлау ҡаниәтен күҙәтмәгән өсөн юридик шәхестәргә штраф 220 мең һум сумманы тәшкил итә.

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть