3 декабрь, Шәмбе

16 май 2012 йыл, 10:48

Өфөлә күп фатирлы йорт советтары тураһындағы законды тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде

автор: Людмила Терновая

Төбәк парламентының Башҡортостан Республикаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға контроллек итеү буйынса эш төркөмө ултырышында республикала күп фатирлы йорт советтары эшмәкәрлеге тикшерелде.

Эш төркөмө рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров тикшереләсәк мәсьәләнең етди һәм ҡатмарлы булыуын билдәләне. Күп фатирлы йорт советтары, уларҙың эшмәкәрлеген дөрөҫ ойошторғанда, торлаҡ-коммуналь комплекс эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ инструменттарҙың береһе була ала.

Ултырышта ҡатнашыу өсөн Өфө һәм Нефтекама ҡалалары етәкселәре саҡырылды. Үҙҙәренең сығышында улар был йүнәлештә башҡарылған эшмәкәрлек хаҡында мәғлүмәт менән бүлеште.

2011 йылдың июленән ноябренә тиклем 3124 йортта фатир хужалары дөйөм йыйылыштар үткәрҙе, унда йорт советтары һайланды, тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.

— Нигеҙҙә, совет рәйестәре итеп абруйлы, бығаса йортта йәшәүселәр һәм идара итеүсе компаниялар менән әүҙем эшмәкәрлек алып барған кешеләр һайланды, — тип хәбәр итте Ирек Ялалов. – Артабан рәйестәр өсөн курстар үткәрелде, уларға танытмалар тапшырылды. Ағымдағы йылдың беренсе кварталында күпселек идара итеүсе компаниялар идара итеү буйынса килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса йорт советы рәйестәренә үткән йыл өсөн отчеттар ебәрҙе. Был мәғлүмәтте тикшергәндән һуң, рәйестәр, үҙ сиратында, идара итеүсе ойошмаларға киләһе йылға эш планы буйынса тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итте.

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Оскар Сәлимов май башына ҡаланың барлыҡ 444 күп фатирлы йортонда советтар һайланыуын билдәләне.

— Хакимиәт, идара итеүсе компаниялар күп фатирлы йорт советтары менән берлектә йорттарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса эшмәкәрлек алып бара, — тип белдерҙе Нефтекама хакимиәте башлығы урынбаҫары. – Советтар ремонт үткәреү планын әҙерләүҙә ҡатнаша, техник йәһәттән тәьмин итеү сифатына баһа бирә, хеҙмәттәр күрһәтеүгә контроллек итә. Һөҙөмтәлә күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең әүҙемләшеүе күҙәтелә.

Ултырышта күп фатирлы йорт советы рәйестәре эшмәкәрлегенә тейешле баһа биреү темаһы ла ҡаралды.

Граждандарҙың хоҡуҡи белем кимәленең түбән булыуы, ултырышта ҡатнашыусылар фекеренсә, күп фатирлы йорт советтары һәм идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлеге сифатына йоғонто яһаған йәнә бер мәсьәлә булып тора. Халыҡ һүлпәнлек күрһәтә, үҙенә бирелгән мөмкинлектәрҙе файҙаланырға ашыҡмай. Шуға күрә бөгөн граждандарҙың белем кимәлен арттырыу мөһим, тип иҫәпләй парламент төркөмө ағзалары.

Ултырышта ҡатнашыусылар фекеренсә, ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу һәм торлаҡ-коммуналь комплекс эшмәкәрлегенең сифатын яҡшыртыу өсөн закондар сығарыу базаһын камиллаштырыу зарур.