4 декабрь, Йәкшәмбе

16 май 2012 йыл, 10:00

Рөстәм Хәмитов ғәрәп дипломаттары менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин

Кисә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһындағы ғәрәп дәүләттәренең дипломатик корпусы делегацияһы менән осрашты. Делегация составында Кувейт, Сауд Ғәрәбстаны, Алжир, Палестина, Мавритания, Ираҡ һәм Йемен вәкилдәре бар ине. Ғәрәп илселәре Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәттәре менән танышырға һәм төбәк менән артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләргә ниәтләй.  

— Башҡортостан Республикаһы ғәрәп дәүләттәренең дипломатик корпусын тәүге тапҡыр ҡабул итә, һәм был беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был үҙ-ара хөрмәт, дуҫлыҡтың һәм киләсәктә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙең билдәһе. Ғәрәп донъяһы менән беҙҙең республиканы күптәнге тарихи тамырҙар, мәҙәниәт, дин бәйләй. Республика халҡының ҙур өлөшө ислам динен тота. Беҙҙә меңдән ашыу мәсет бар, мосолман гәзит-журналдары нәшер ителә, электрон киң мәғлүмәт саралары эшләй.

Президенттың билдәләүенсә, Башҡортостанда Башҡорт-ғәрәп дуҫлығы йәмғиәте әүҙем эш алып бара. Һуңғы арала республиканың ғәрәп донъяһы менән хеҙмәттәшлеге лә әүҙемләшкән: иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр үҫешә, Башҡортостан делегацияһы ғәрәп илдәренә бара, тауар әйләнеше арта.

— Тауар әйләнеше күрһәткестәре тағы ла юғарыраҡ булһын ине,— тигән теләген белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең бурыс иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең даими үҫешергә тейешлегенә ҡайтып ҡала.

Ғәрәп ҡунаҡтары саҡырылған «Ҙур химия» форумына килгәндә иһә, Президент был майҙандың сит ил партнерҙары араһында ҙур абруй яулай барыуын билдәләне.

— Ғәрәп илдәрендә нефть һәм газ химияһы бик юғары темптар менән үҫешә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ғәрәбстандан килгән коллегаларыбыҙҙы яңы партнерҙар һәм перспективалы проекттар ҡыҙыҡһындырыр, тип ышанам. Йәнә беҙ төҙөлөш, фармацевтика һәм медицина мәсьәләләрендә үҙ-ара эшмәкәрлек итергә теләр инек. Аграр секторҙа хеҙмәттәшлекте арттырыуға ла иҫәп тотабыҙ. Башҡортостан уңдырышлы ерҙәргә һәм етди агрокомплекс ҡеүәттәренә эйә.

Рөстәм Хәмитов ғәрәп бизнесмендарының республиканың күләмле иҡтисади программаларында әүҙем ҡатнашыуын теләне. Уның әйтеүенсә, ғәрәп илдәре менән дуҫлыҡ төбәк өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.  

— Иҡтисадта ла, мәҙәниәттә лә берлектә ҙур эштәр алып барырбыҙ, тип ышанам, — тине Президент. – Аныҡ проекттарға күсергә ваҡыт. 2012–2013 йылдарҙа беҙҙе яңы үҫеш көтә.

Ғәрәп дәүләттәре дипкорпусы башлығы, Кувейт Дәүләтенең Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Насир Хажи Ибраһим Әл Мөзәйен, бында күрһәтелгән илдәрҙең етәкселәре республика менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыр өсөн барыһын да эшләйәсәк, тип вәғәҙә бирҙе. Ул ислам донъяһы илдәренең Рәсәй төбәктәре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә ынтылыуын хуплаған РФ Сит ил эштәр министрлығының ролен айырым билдәләп үтте.    

Уның һүҙҙәренсә, ғәрәптәр Башҡортостан менән нефть эшкәртеү һәм аграр сектор өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Уларҙы иң элек республикала ныҡ алға киткән ауыр нефтте эшкәртеү ҡыҙыҡһындыра. Йәнә ғәрәп компаниялары иген үҫтереү өсөн республика ерҙәрен ҡуртымға алырға әҙер. Бынан тыш, ғәрәп ҡунаҡтары төбәктәге туризм, айырыуса һауыҡтырыу өлкәһендәге туризм, шулай уҡ Күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге менән ентекләберәк танышырға теләк белдерҙе.  

— Беҙҙең маҡсат – республика менән танышыу, хеҙмәттәшлек итеү өсөн төбәктең мөмкинлектәрен асыҡлау, — тип хәбәр итте Әл Мөзәйен әфәнде. – Нефть табыу, нефть эшкәртеү һәм нефть продукттары етештереүҙән тыш, беҙҙе Башҡортостанда иген үҫтереү һәм малсылыҡты, айырыуса хәләл ит етештереү йүнәлешен үҫтереү ҡыҙыҡһындыра. Бынан тыш, санатор-курорт дауаланыу өлкәһендә лә Башҡортостандың мөмкинлектәре ҙур.

Осрашыуҙы тамамлап, Рөстәм Хәмитов дипломаттарға тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, ғәрәп ҡунаҡтарҙы республикаға ял итергә килергә саҡырҙы.