Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Хәйбулла районында граффити конкурсы үтте

Йәмғиәт

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа кисә Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған граффити конкурсы үтте.

«Нур» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы менән ойошторолған бәйгелә райондың дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнашты. Ҡыҙҙар һәм егеттәр Аҡъяр баҙарының стеналарын ғаилә ҡиммәттәренә арналған төрлө һүрәттәр менән биҙәне. Тамаша ҡылыусылар ҙа ситтә ҡалманы: улар төҫлө аҡбур менән асфальтта һүрәт төшөрҙө.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе командаһы беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынды – Татыр-Үҙәк ауылы йәштәре, өсөнсө урынды Яңы Ергән ауылы командаһы яуланы.

Аҡъярға йәм өҫтәгән был сәнғәт төрө район халҡы күңеленә хуш килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть