3 декабрь, Шәмбе

15 май 2012 йыл, 17:25

Башҡортостан баш ҡалаһында йәш ғалимдар ғаилә ҡиммәттәре темаһын тикшерәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовтың 2012 йылды Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 18 майҙа Өфөлә йәш ғалимдарҙың «Бөгөнгө йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәре: социологик һәм педагогик аспекттар» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә.

Сара Өфөнөң 1-се педагогия колледжы, Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, БР Фәндәр академияһының Йәш ғалимдар советы ярҙамында республиканың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты менән үткәрелә.

Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция ғаилә ҡиммәттәрен анализлау һәм һаҡлау буйынса социаль һәм педагогик алымдарҙы, бөгөнгө заманда уларҙың динамикаһын тикшереүгә арнала.

Конференция программаһы һәм йыйынтыҡтың электрон варианты менән БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институты дәүләт бюджет ғилми учреждениеһының рәсми сайтында танышырға була.

Сара Өфөнөң 1-се педагогия колледжында 10 сәғәттә башлана.

Конференцияға барлыҡ теләүселәр саҡырыла.