10 декабрь, Шәмбе

15 май 2012 йыл, 16:27

Өфөнөң күсемһеҙ милке баҙарындағы тәҡдимдәр артҡан

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Беренсе кварталда Өфөнөң офис күсемһеҙ милке баҙарында тәҡдимдәр күбәйә башланы. Офистарҙы ҡуртымға биреү баҙарында ла даими үҫеш теркәлгән. Былтыр йыл уртаһынан алып объект хужаларының әүҙемләшеүе күҙәтелә. Офис күсемһеҙ милкен һатыу сегменты иһә хәлдәр бер аҙ икенсерәк: 2011 йыл дауамында хаҡтарҙың ике яҡҡа ла йыш үҙгәреүе күҙәтелә.

Күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә ҡалалағы офис күсемһеҙ милке буйынса тәҡдимдәр уҙған квартал кимәленән 21,5 процентҡа күберәк. Офис күсемһеҙ милке объекттарының төп өлөшө (52 процент) һатыуға ҡуйылған, ҡуртымға биреү буйынса тәҡдимдәргә 48 процент тура килә.

Быйылғы йылдың өс айында офис күсемһеҙ милке баҙарында күҙәтелгән хаҡтар сәйәсәте ыңғай динамика менән ҡылыҡһырлана. Шулай ҙа хаҡтары төшкән объекттар ҙа бар. Ҡала буйынса дөйөм алғанда уртаса аренда ставкаһы квадрат метрына 677 һумға тиң, 2011 йылдың дүртенсе кварталы аҙағындағы ошондай уҡ күрһәткескә ҡарағанда был 2,1 процентҡа юғарыраҡ. Ҡала райондары буйынса офис милкенә хаҡтар һорауҙың ниндәй булыуына бәйләнгән. Шулай итеп, иң юғары хаҡтар баш ҡаланың үҙәгендә теркәлгән — бында квадрат метрҙың хаҡы 791 һумға тиң. Офис күсемһеҙ милкен һатыу буйынса уртаса хаҡ «квадратына» 54539 һумды тәшкил итә. Квартал эсендә был күрһәткес 0,9 процентҡа төшкән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда иһә был күрһәткес 4,6 процентҡа артҡан.