6 декабрь, Шишәмбе

15 май 2012 йыл, 16:13

16 майҙа Өфөлә йәйге лагерҙарға путевкалар йәрминкәһе үтә

автор: Марина Шумилова

16 майҙа Профсоюздар йортонда (Өфө ҡалаһы, Киров урамы,1) йола буйынса йәйге сәләмәтләндереү лагерҙарына путевкалар йәрминкәһе үтә, сараны БР Профсоюздар федерацияһы ойоштора. Унда предприятиеларҙың ҡаланан ситтәге балалар сәләмәтләндереү лагерҙары, республиканың муниципаль, дәүләт һәм профсоюз лагерҙары ҡатнаша.

Профсоюз ойошмаларына, шулай уҡ теләгән һәр кемгә балалар лагеры шарттары менән алдан танышыу, путевкалар алыуға килешеү төҙөү мөмкинлеген биреү йәрминкәнең төп маҡсаты булып тора. Был сара ата-әсәләргә һәм предприятиеларҙағы балалар ялын ойоштороусыларға лагерь етәкселәре менән аралашырға мөмкинлек бирә.

Путевкалар йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн заявкалар (347) 272-19-81 телефоны буйынса ҡабул ителә.

темалар: йәйге ял