10 декабрь, Шәмбе

15 май 2012 йыл, 15:57

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексында производствоның икенсе сираты сафҡа индерелде

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Бөгөн республиканың Мәләүез районында, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексында себештәр үрсетеү буйынса 4-се майҙансыҡтың икенсе сираты эшләй башланы. Был 93500 башҡа иҫәпләнгән һигеҙ ҡош аҙбары. Бер аҙҙан сәғәтенә 10 тонна етештереүсәнлеккә эйә ҡатнаш аҙыҡ заводы ла сафҡа индереләсәк.

Иң ҙур ҡошсолоҡ комплексының икенсе сиратын сафҡа индереү тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты.

Бөгөнгө көндә ҡошсолоҡ комплексында 176 меңдән ашыу ҡош-ҡорт иҫәпләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, инвестпроект 2007 йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. Йәмғеһе өс этап ҡаралған. 2009 йылда уның беренсе этабы сафҡа индерелде һәм комплекс күркә ите етештерә башланы. Йыл һайын хужалыҡ тере ауырлыҡта 6345 тонна күркә ите сығара.  

— Был ауыл хужалығындағы бөгөнгө көндә уңышлы тормошҡа ашырылған иң перспективалы проекттарҙың береһе, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры. — Был дөйөм республика кимәлендәге проект һәм бындай проекттар республикала күбәйә барырға тейеш.  

Инвестпроекттың инициаторҙарының береһе — РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов производствоның юғары социаль әһәмиәтен билдәләне. Быға яңы эш урындарын булдырыу ҙа, район инфраструктураһын яҡшыртыу ҙа инә. Ҡошсолоҡ комплексы тәбиғәтте һаҡлау сараларына ярайһы ҙур сумма – 365 млн һум аҡса һала. Етештереү мәҙәниәтенә лә бында икенсе ҡараш булдырылған.

Яңы аҙбарҙарҙың сафҡа индерелеүе арҡаһында диетик ит етештереү күләме ике тапҡырға тиерлек — 11570 тоннаға ҡәҙәр артасаҡ. Киләһе ике йылда комплекс төҙөлөш эштәрен тамамлап, тулы ҡеүәтенә эшләй башларға тейеш.  2014 йылда ҡошсолоҡ хужалығы тере ауырлыҡта 30 тонна күркә ите етештерәсәк.  

Төҙөлөш тамамланғандан һуң комплекстың бер инкубаторы, дүрт үҫтерә биреү участкаһы һәм һигеҙ үрсетеү участкаһы буласаҡ. Хужалыҡтың әле һуйыу һәм тәрән эшкәртеү цехы, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ цехы бар.

Инкубатор бер үк ваҡытта һалыныусы 112800 инкубацион йомортҡаға иҫәпләнгән. Ҡоштар үрсетеү өсөн Канада тоҡомло инкубацион йомортҡа файҙаланыла. Йомортҡаны инкубаторға һалғандан һуң 28 көн үтеүгә себештәр сыға, тәүлек ҙурлығындағы себештәр артабан үҫтерә биреү цехына оҙатыла. Тағы ай ярымдан һуң ҡоштар һуғым ауырлығына еткәнгә ҡәҙәр үрсетеү цехына урынлаштырыла. Инә күркәләр өсөн был туғыҙ кг, ата күркәләргә – 19 кг. Ҡош дүрт-биш айҙан һуң ошо ауырлыҡҡа етә.

2011 йылда предприятие билдәле ауырлыҡтар кисергән, әммә төбәк етәкселеге ярҙамы менән уларҙы йырып сыға алғандар, һәм бөгөн бына икенсе линия ла эшләй башланы.

Быйыл ҡошсолоҡ комплексы инкубацион цехты 225600 йомортҡаға тиклем киңәйтергә ниәтләй. Бынан тыш, тағы берәр үрсетә биреү һәм һимертеү майҙансыҡтары сафҡа индереләсәк, шулай уҡ яңы ҡош аҙбарҙары төҙөлә башлаясаҡ, уларҙы 2013 йылдың мартында сафҡа индереү планлаштырыла.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме 5 млрд 800 млн һумдан артып китәсәк, уларҙың бөгөн 2 млрд 816 млн һумы тиерлек үҙләштерелгән.

Азамат Илембәтов әйтеүенсә, республика бынан һуң да перспективалы инвестпроекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итәсәк. Уҙған айҙа был проект өҫтөнлөклө проекттар иҫәбенә индерелгән, ошоноң арҡаһында предприятие ярайһы ҙур һалым льготалары аласаҡ.