4 декабрь, Йәкшәмбе

15 май 2012 йыл, 16:01

Баш ҡалала Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға VI Төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале 18-20 майҙа Өфөлә үтә. Сара билдәле бейеүсенең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Тәүгә фестиваль 1987 йылда үткәрелгән. Ул өс йылға бер ойошторола. Быйыл Өфө сәхнәһендә Башҡортостан, Татарстан һәм Төмән өлкәһенән 27 үҙешмәкәр коллектив сығыш яһаясаҡ.

Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай.

Конкурста ҡатнашыусылар өсөшәр бейеү башҡарасаҡ. Тәүгеһе – урындағы традицияларға таянып, икенсеһе – халыҡ стилендә, өсөнсөһө коллектив етәксеһе ҡарамағы буйынса ҡуйыла.

Фестивалде асыу тантанаһы һәм конкурс һынауҙары – М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, ә гала-концерт һәм еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы 20 майҙа 15 сәғәттә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтә.