11 декабрь, Йәкшәмбе

15 май 2012 йыл, 15:30

Шаран районында Рима Баталова приздарына еңел атлетика кросы уҙҙы

автор: Людмила Терновая

Шаран районында Дәүләт Думаһы депутаты, ун өс тапҡыр Паралимпия уйындары еңеүсеһе Рима Баталова приздарына дүртенсе тапҡыр еңел атлетика кросы үтте. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн Шаран ауылына бөтә райондан, шулай уҡ күрше муниципаль берәмектәрҙен спортсылар килде. Сараны асыу тантанаһында ҡунаҡтар алдында йәш спортсылар сығыш яһаны.

— Беҙ барыбыҙ ҙа спорт менән дуҫ, сәләмәт тормош алып барабыҙ, — тип бәйгелә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте Рима Баталова. – Һеҙҙән, минең кеүек үк, чемпиондар сығыр, тип ышанам. Чемпион булып тыумайҙар, быға ҙур тырышлыҡтар ярҙамында ирешәләр.

Ярыштарҙа дүрт йәштән алып утыҙ биш йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты.

— Йылдан йыл кроста ҡатнашыусылар һаны арта, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин. – Балаларға сәләмәтлек, уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйем. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларға бында килеп, әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн  рәхмәт. Был матур йола алдағы йылдарҙа ла дауам итһен.