Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «СТАРТ» инновацион конкурсының сираттағы этабы тамамланды

Иҡтисад

Өфөлә «Яңы приборҙар һәм аппарат комплекстары» йүнәлеше буйынса «СТАРТ-12» бөтә Рәсәй конкурсының сираттағы этабы үтте. Конкурс Башҡортостандан номинанттар ҡатнашлығында, Өфө-Мәскәү телекүпере форматында, «Баштехинформ» республика фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексы базаһында үтте.

«Баштехинформ»да әйтеүҙәренсә, Мәскәүҙәге эксперттар советы республика инноваторҙарының өс докладын тыңлаған. Улар үткәргес торбаларға законһыҙ тоташҡан урындарҙы табыуғы бәйле эшләнмәләрен, газ бүлеү станциялары өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ нефть һәм газды транспортлау өсөн үткәргес торбаларҙа баҫым булдырыу буйынса эшләнмәләрен тәҡдим иткән.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был — Башҡортостанда быйыл яҙ үткәрелгән икенсе телекүпер. «Баштехинформ» белгестәренең конкурс ойоштороу һәм конференц-залды заманса йыһазландырыу буйынса ҙур тәжрибәләре булыуы арҡаһында проекттарҙы яҡлау ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары техник кимәлдә үткән.

«СТАРТ» бөтә Рәсәй инновацион конкурсының өсөнсө этабы Өфөлә 4 июндә үтәсәк. Эксперттар унда «Мәғлүмәт технологиялары» йүнәлеше буйынса тәҡдимдәрҙе тыңлаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть