4 декабрь, Йәкшәмбе

15 май 2012 йыл, 13:21

Йәрмәкәйҙәр үҙҙәренең район үҙәге менән ғорурлана һәм уны тағы ла күркәмерәк итергә тырышасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

«2011 йылда Башҡортостан Республикаһының иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» республика конкурсы йомғаҡтары буйынса 10 меңдән кәмерәк халҡы булған ауыл биләмәләре араһында Йәрмәкәй ауыл биләмәһе беренсе урын алды.  

«Башинформ»ға Йәрмәкәй районы хакимиәте хеҙмәткәре Флорида Шакированың хәбәр итеүенсә, район үҙәген төҙөкләндереүгә ауыл биләмәһендә ҙур иғтибар бирелә. Атап әйткәндә, былтыр бында күп фатирлы йорттарҙа ремонт үткәрелгән, халыҡты транспорт менән ташыу ойошторолған, балалар майҙансыҡтары төҙөкләндерелгән.  

Йәшелләндереү эштәре менән йәрмәкәйҙәр айырыуса ғорурлана. Былтыр юл буйына 7 мең ағас ултыртылған, өҫтәүенә, уларҙы кәртәләп тә алғандар. Йыл һайын яҙҙан көҙгә тиклем район үҙәге сәскәләргә күмелә – һуңғы йылдарҙа хакимиәт клумбалар, түтәлдәр, урамдар һәм юлдарҙы ҡарауҙы урындағы предприятие һәм ойошмаларға йөкмәтә. Ошо рәүешле тораҡ пункттың бер мөйөшө лә иғтибарһыҙ ҡалмай, ҡый үләндәрен сабыу, биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу эштәре лә ваҡытында башҡарыла.  

Бындай тәртип булдырыу өсөн халыҡтың аңлауы, ярҙам итеүе лә мөһим. Ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре йыл һайын халыҡ менән йыйылыштар үткәрә, унда шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал тотоу ҡағиҙәләре, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү һәм төҙөкләндереү кеүек өс мәсьәләне күтәрә. Ошонда уҡ экологик айлыҡтар иғлан ителә, айлыҡ барышында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сүп-сар бушлай сығарып түгелә. Үҙ ваҡытында ауыл хакимиәте менән ойошторолған сүп-сарҙы ихаталар буйлап йыйыу практикаһы ла тораҡ пункттың эргә-тирәһен таҙа тотоу эштәрен яйға һалған.    

Район үҙәгендә «Таҙа яр» экологик акцияһын ойоштороу ҙа матур йолаға әүерелгән, унда бөтә ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Ауыл шишмәләр эргәһен төҙөкләндереү маҡсатында үткәрелгән «Таҙа һыу» акцияһынан да ситтә ҡалмай.  Ойошмалар шишмәләрҙең эргә-тирәһен ҙур тырышлыҡ менән төҙөкләндерә: инеш ярҙарын нығыта, һыу торбалары, шишмә янында ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуя. Артабан да улар «үҙҙәренең» инештәрен ҡарауһыҙ ҡалдырмай, уларға шефлыҡ итә.

«Һыу» темаһын дауам итеп, Йәрмәкәй ауылы янындағы ГЭС территорияһын төҙөкләндереү тураһында ла әйтеп китергә кәрәктер. Халыҡ үтенесе буйынса бында һыу инеү өсөн майҙансыҡ булдырылған, күпер төҙөлгән, пляжға йылға ҡомо килтереп түшәлгән. Былар барыһы ла халыҡты шатландыра, әлбиттә, ә республика конкурсында еңеү йәрмәкәйҙәрҙе тағы ла яңы бейеклектәр яулауға дәртләндерәсәк.