
Башҡортостандан дүрт егет альтернатив хеҙмәтте һайлаған
Быйыл Башҡортостандан дүр егет альтернатив граждан хеҙмәтен һайлаған. Был турала кисә республиканың хәрби комиссары Анатолий Балтинский хәбәр итте.
— Беҙ Шишмә районынан ике егетте альтернатив хеҙмәткә оҙаттыҡ, — тине Анатолий Балтинский. – Улар Силәбе менән Түбәнге Новгородтың клиник дауаханаларында эшләйәсәк. Яҡын арала хәрби хеҙмәткә саҡырылған тағы ике кешене ебәрәсәкбеҙ. Әлшәй егете — Һамарҙағы һуғыш ветерандары пансионатына, Бәләбәйҙән хәрби хеҙмәткә алынған егет Пермдәге психиатрия дауаханаһына юлланасаҡ. Улар барыһы ла санитар булып эшләйәсәк. Хеҙмәт итеү срогы – 18 ай.









