6 декабрь, Шишәмбе

15 май 2012 йыл, 11:52

Өфөлә Рәсәй-Италия Эш төркөмө ултырышын үткәреү мәсьәләләре буйынса call-үҙәк эшләй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә Бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек һәм сәнәғәт округтары буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмө ултырышын үткәреү мәсьәләләре буйынса call-үҙәк эшләй. Уның белгестәре иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем 89374995911 телефоны аша бөтөн һорауҙарға яуап бирергә әҙер.

Әлеге ваҡытта ҡатнашыусылар һаны һәм докладтарҙың характеры буйынса был Эш төркөмөнөң ултырыштары абруйлы Рәсәй-Италия иҡтисади форумына әйләнде, тиергә мөмкин. Сара сиктәрендә республикаға эшлекле партнерҙар табыу менән ҡыҙыҡһынған йөҙҙән ашыу итальян эшҡыуарының килеүе көтөлә.  

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, Башҡортостан эшҡыуарҙары ла был сараны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтә. Бөгөнгө көндә республиканың 40 муниципаль берәмегенән 300-ҙән ашыу урта һәм бәләкәй бизнес вәкиле теркәлгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙың анкеталары РФ Иҡтисади үҫеш министрлығына тапшырылған. Был анкеталар бөтә Италияға – уның һәр төрлө предприятиеларына, йәмәғәт эшҡыуарлыҡ берекмәләренә таратылған. Майҙа Өфөлә проект авторҙары менән осрашып, артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре тураһында ентекләп һөйләшер өсөн, Италия бизнесмендары әле проекттарҙы өйрәнеп, үҙҙәре өсөн ҡыҙыҡлыларын һайлай.  

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек, Эш төркөмөнөң ХХ ултырышы Өфөлә 29 майҙан 1 июнгә тиклем үтәсәк. Бындай ултырыштар нигеҙҙә ғәмәли характерҙа була һәм пленар ултырыштарҙан тыш, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса Италия һәм Рәсәй эшҡыуарҙары осрашыуҙарын үткәреүҙе күҙ уңында тота.

Бынан тыш, Рәсәй һәм Италия эшҡыуарҙары араһында тура бәйләнеш булдырыу маҡсатында предприятиеларға танышыу сәфәрҙәре лә ойоштороласаҡ.