3 декабрь, Шәмбе

15 май 2012 йыл, 11:45

Башҡортостан вәкилдәре Төркиәлә мәҙәниәт фестивалендә ҡатнаша

автор: Әлим Фәйезов | фото: Әхәт Сәлихов

Девели ҡалаһында (Төркиә Республикаһының Кайсери өлкәһе) билдәле төрөк шағиры Ашык Сейрани (1800-1866) иҫтәлегенә арналған ХХХ Халыҡ-ара мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале үтә. Унда Сибайҙан импровизатор Асия Ғәйнуллина ла ҡатнаша. Сара йәш импровизаторҙар концертынан башланды. Артабан концертты билдәле төрөк ашуғы Шереф Ташлыова дауам итте. Икенсе өлөштә Әзербайжан, Хакасия һәм Башҡортостандан ҡунаҡтар сығыш яһаны. Асия Ғәйнуллинаның сығышы тамашасы күңеленә айырыуса хуш килде.

Фестиваль сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк, унда Асия Ғәйнуллина, профессиональ фольклорсы булараҡ, импровизаторлыҡ сәнғәте тураһында һөйләйәсәк.

Кискеһен төрлө илдәрҙән шағир һәм импровизаторҙар сығыш яһаясаҡ. Асия Ғәйнуллинанан тыш, Башҡортостан исеменән йәш шағир, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Илдус Ҡаһарманов та сәхнәгә сығасаҡ. Ул Анкарала ТӨРКСОЙ тарафынан ойошторолған төрөк теле курстарында белем ала.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итеүенсә, Асия Ғәйнуллина шулай уҡ төрки мәҙәниәте буйынса фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашасаҡ. Сара Эрзурум ҡалаһында 17-21 майҙа үтә.