9 декабрь, Йома

15 май 2012 йыл, 11:25

«Китап» нәшриәте уҡыусылар өсөн рус теленән әсбап сығарҙы

автор: Галина Бахшиева

«Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн  «Таблицы по морфологии и синтаксису, орфографии и пунктуации русского языка» тип аталған уҡыу әсбабы сыҡты. Йыйынтыҡ авторы Кәбир Закирьянов унда 5-9 кластарҙа рус теле дәрестәрендә өйрәнелгән бөтөн грамматик (морфологик һәми синтаксик) темалар һәм уларға бәйле рус орфографияһы һәм пунктуацияһы ҡағиҙәләре буйынса таблицаларҙы ла индергән.

Нәшриәттән хәбәр итеүҙәренсә, йыйынтыҡ Башҡортостандың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә рус теле дәрестәрендә китаптар менән бер рәттән ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән һәм уларға өҫтәмә булараҡ ҡабул ителә.